Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты сысҡан биҙгәген асыҡлаусы экспресс-тест уйлап сығарған

Быға тиклем геморрагик биҙгәкте билдәләү өсөн ике аҙна тирәһе ваҡыт китә ине, ә хәҙер сирҙе күп тигәндә ун биш минут эсендә генә асыҡларға мөмкин. Был иһә ауырыуҙың киҫкенләшеүен, үлемесле тамамланыу осраҡтарын кәметәсәк, ти белгестәр.

Ҡурҡыныс ауырыуҙы асыҡлау өсөн ни бары ике тамсы ҡан да етә. Уны кассеталарға тамыҙаһың да һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Тестер эсендәге аҡһымдар геоморрагик биҙгәкте теүәл билдәләй. Ә быға тиклем сирҙе асыҡлау өсөн аҙнанан ашыу ваҡыт талап ителә ине. Өҫтәүенә, анализдарҙы махсус ҡорамалдар ярҙамында ғына лаборатория шарттарында башҡарыу шарт.

Валентин Катаев, БДМУ студенты: «Беҙҙең алым геморрагик биҙгәкте пациенттың янынан китмәй генә асыҡлау мөмкинлеге бирә. Шулай ук ялан шарттарында ла ҡулланырға була. Был үтә лә мөһим, сөнки сысҡан биҙгәге бит тап тәбиғәттә, ауыл ерендә йышыраҡ осрай».

Тест компоненттарын һатып алыу һәм уны эшләү өсөн Валентин Катаев 4 йөҙ меңлек грант ҡулланған. Уны студент «УМНИК» конкурсында еңеп алған. Валентиндың асыштары медицина өлкәһен үҫтереүгә ҙур аҙым, ти белгестәр. Экспресс-тестарҙың аналогтары бөтөнләй юҡ.

Айрат Мәүҙәтов, БДМУ кафедраһы мөдире: «Сысҡан биҙгәге тиҙ арала киҫкенләшә. Уны дауалауҙы оҙаҡҡа һуҙһаң ауырыуҙың үлемесле тамамланыуы ихтимал. Шуға күрә сирҙе билдәләү ваҡыты баһалап бөткөһөҙ. Тиҙ арала диагноз ҡуйыу ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк».

Әле тестар һынау үтә. Уның төрлө ҡанға ниндәй реакция биреүе тикшерелә, камиллаштырыла. Тәжрибәләр уңышлы үтеп киң ҡулланыуға сыға башлаһа, илдәге эпидемия хәле лә бәлки, күпкә яҡшырыр. Башҡортостан, мәҫәлән, сысҡан биҙгәге буйынса хәүефле төбәк исемлегендә һәм уны йоҡтороусылар ҙа күп.

Авторы: Айнур Кәбиров