Башҡорт дәүләт университеты ла яңы технологиялар ҡуллана

Юғары уҡыу йортоноң Бөрө филиалында керамик торбалар етештерелә башланы. Ошо маҡсатта тәжрибә лабораторияһы асылған һәм 8 миллион һумлыҡ махсус ҡоролма һатып алынған. Башҡортостан ғалимдары сәнәғәт өсөн тәғәйенләнгән торбаларҙы эшләүҙә нанотехнология ҡуллана.

Корунд, шамот- сеймал тәүҙә тирмәндә онтаҡлана һәм артабан иләктән үткәрелә. Ҡатнашма әҙер булғас та вакуум-пресс ҡоролмаһына тултырыла.

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында керамик торбалар етештереү һуңғы дүрт йылда яйға һалынған. Сит илдән һатып алынған ҡорамал сифатлы торбалар эшләргә булышлыҡ итә. Тәжрибә лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ул Рәсәйҙә әлегә берәү генә.

Эдуард Хәйҙәршин, БДУ-ның Бөрө филиалы өлкән уҡытыусыһы: «Торбаларҙы артабан ошо бүлмәлә 50 градус йылылыҡта киптерәбеҙ».

Торбаларҙы киптереү өс этапта үткәрелә. Артабан улар мейестәргә тултырыла.

Валерий Чудинов, БДУ-ның Бөрө филиалы кафедраһы мөдире: «Бына был мейестә инде прессланған изделиелар яндырыла. Кирбестәр үҙебеҙ етештергән торбалар ярҙамында беркетелгән».

Бөтә процесс Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары сығарған нанотехнология буйынса башҡарыла.

Мейестә яндырғандан һуң изделиелар ныҡлы була һәм һыу үткәрмәй. Лабораторияла 8 миллиметрҙан алып 120 миллиметрға тиклем диаметрлы торбалар эшләнә. Улар химия сәнәғәтендә, электр изоляциялауҙа ҡулланыла, шулай уҡ мейестән төтөн сығыу юлы өсөн тәғәйенләнә.

Етештереүселәр билдәләүенсә, был торбаларға ихтыяж әллә ни юҡ. Шулай ҙа бар. Быға тиклем керамик торбалар Ҡытайҙан һатып алынған. Үҙебеҙҙә етештерелгәне ышаныслыраҡ та, сифатлыраҡ та тип билдәләй инженерҙар. Әлегә бындағы бөтә тәжрибә ғилми маҡсатҡа ҡоролған. Ғалимдар киләсәктә унан килем алыу ниәтен дә тормошҡа ашырмаҡсы.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева