Ауыл таҙа, урамда тәртип

Йылайыр районы үҙәгендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын туплау өсөн махсус машина йөрөй башланы.

Техника урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында алынған. Ул аҙнаһына бер тапҡыр Йылайыр урамдары буйлап үтеп көнкүреш ҡалдыҡтарын йыя. Махсус машина шәхси йорттарҙы хеҙмәтләндереүгә тәғәйенләнгән. Күп фатирлы йорттар идарасы компания ҡарамағында. Ауыл халҡы сүп-сарҙы урындағы махсус полигонға илтә. Элек оло йәштәгеләр был мәшәҡәт ауырға тура килә ине, ти ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленко. Әйткәндәй, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында төбәк әүҙем ҡатнаша. Өс йыл дауамында районда төрлө проекттар ғәмәлгә ашырылды. Сүп-сар йыйыу машинаһы алыуға 1 миллион 700 мең һум аҡса тотонолған.

Александр Годуленко, Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы: «Машина һатып алыу 1 миллион 700 мең һумға төштө. 1 миллионы республика ҡаҙнаһынан бүленде. Урындағы халыҡ та ситтә ҡалманы. Машина өсөн улар ҙа бер ни тиклем иғәнә индерҙе. Ауыл биләмәһе бюджетынан да проектты ғәмәлгә ашырыуға аҡса бүленде».

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин