Хәйбулла районында 23-нән 24 -нә ҡараған төндә юғалған ике үҫмер ҡыҙ табылды

Туғандары уларҙы Әҙел ауылы эргәһендәге тау итәгендә тапҡан. Ҡыҙҙарҙың өлкәне һәләк булған, уның 14 йәшлек һеңлеһе дауаханала ята. Табибтар әйтеүенсә, бала ауыр хәлдә. Ҡыҙҙың умыртҡа һөйәгенең бил өлөшө имгәнгән, ҡулдары һәм аяҡтары туңған. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса тикшереү алып бара.

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комиеты идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынына тәфтишсе криминалистар юлланған. Суд-медицина һәм психолог-психиатрия экспертизалары тәғәйенләнгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тейешле процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова