АЙ “Продтовары” 2017 йылдың июленән алып 8 эшсеһенә эш хаҡы күсермәгән, уларға түләү бурысы 800 мең һумдан ашҡан. Эшселәр ғәҙеллек һорап прокуратураға мөрәжәғәт иткәндән һуң, был фирманың тағы 219 кешегә 5 000 000 һум бурысы булыуы асыҡланған.
Башҡортостандың тәфтишселәр комитетының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, аңлатыу эштәренән һуң, фирма, эш хаҡы буйынса бурыстарҙың бөтәһен дә ҡаплаған.
Әлеге мәлдә енәйәттең сәбәптәрен асыҡлар өсөн эҙләү-тикшереү эштәре бара.





