«Башҡортостан ҡыҙы»на 50 йәш

Республиканың төп ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә. 1968 йылда нәшер ителә башлаған журнал бөгөн гүзәл заттарҙың яҡын кәңәшсеһе, ярҙамсыһы, рухи таянысы. Уның биттәрендә ижад емештәре менән танышырға ла, бәйләү, тегеү, сигеү, аш-һыу серҙәре менән уртаҡлашырға ла, психолог, табип, юрист кәңәштәре алырға ла мөмкин. Йәғни, ҡатын-ҡыҙға ғына түгел, тотош ғаилә өсөн өҫтәл китабы.

Артур Василовтың исеме журнал биттәре аша һәр кемгә таныш. Ул бында иң оҙаҡ эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Баҫмала сыҡҡан шиғыр-хикәйәләрҙе уның рәсемдәре биҙәй, тышлыҡтағы гүзәл ханымдарҙың йөҙөнә уның да күңел нуры түгелгән. Элек фотоһүрәттәр типографияла эшкәртелһә, хәҙер Артур Василов биҙәү эшен редакцияла уҡ башҡара.

Артур Василов, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының биҙәлеш мөхәррире: «Май сүлмәге тышынан билдәле тигән һымаҡ, журналдың йөҙө - ул тышлыҡ. Шуға күрә фотоһүрәтте һайлауға ла, эшкәртеүгә лә иғтибар ҙур. Уны ҡулға алғы, уҡығы килеп торорға тейеш. Был фото сәнғәт әҫәре тип ҡабул итергә кәрәк, ул тормоштағы булмыштан айырыла».

Эш шарттары ғына түгел, талаптар ҙа үҙгәрә, элек материалдар һарғылт төҫтәге, йомшаҡ ҡағыҙҙа баҫылһа, хәҙер журналдың эсе лә, тышы ла ялтырап тора. Асыл, йәғни, йөкмәтке генә үҙгәрмәй, «Башҡортостан ҡыҙы» гүзәл заттарҙың серҙәше, рухи таянысы булып ҡала. Журналға килгән хаттарҙы тонналап иҫәпләргә мөмкин, заманында ул хатта, торлаҡ, эш кеүек социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә булышлыҡ итә.

Әлбиттә, заман үҙ талаптарын ҡуя, бөгөнгө ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡлаусы ғына түгел, эшлекле ханым да, өлгөлө әсә, ир ҡатыны ла, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә. Йәмғиәттәге был үҙгәрештәр журналада ла сағыла.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының сыға башлауына Күгәрсен районынан ошо һауынсы ҡыҙы сәбәпсе була. Тап Шәмсиә Ибраһимова комсомол йыйылышында республикала ҡытын-ҡыҙҙар журналын нәшер итеү тәҡдимен күтәреп сыға. Ниәт хуплау таба.

Йәш ҡыҙға был яуаплы бурысты бер төркөм башҡорт зыялылары Рәми Ғарипов, Мәрйәм Бураҡаева, Кәтибә Кинйәбулатова һәм башҡалар йөкмәтә. Жуналға ихтыяж ҙур булыуын барыһы ла яҡшы аңлай. Тәүге һаны 1968 йылда донъя күрә, баҫма халыҡ араһында тиҙ арала танылыу яулай. Мәүҙиға Ғәбитованың фотоһүрәте журналдың тышында 1990 йылда баҫыла, Юғары Совет депутаты булған осорҙа. Ул заманда Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙының исеме республикала киң билдәле була, тап ул Юғары Советҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙың декрет ялын өс йылға тиклем оҙайтыу тәҡдиме менән сығыш яһай. Һәм был закон проекты бөгөнгәсә үҙ көсөндә. Шуға күрә журналда Мәүҙиға Ғәбитова хаҡында материал донъя күреүе тәбиғи күренеш була. Баҫма абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ менән танышытырыу майҙаны ла булып тора.

Бөгөн журнал 5 меңгә яҡын тираж менән сыға. Әммә заман технологиялары үҫешкән әлеге заманда баҫма материалдар менән ҡәнәғәтләнеп ултырырға ярамай, уҡыусыларҙы ылыҡтырыу, ҡыҙыҡтырыу мөһим. Коллектив интернет селтәрендә әүҙем эш алып бара, яңынан-яңы конкурстар ойоштора.

«Башҡортостан ҡыҙы» киләсәккә лә ҙур маҡсаттар ҡуя, журнал һәр бер ғаиләнең өҫтәл китабына әүерелергә тейеш. Ә бының өсөн йәмәғәтселек араһында ҡайнап йәшәргә, уларҙы борсоған, илһамландырған темаларҙы белергә, күтәреп алырға кәрәк.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова