«Сулпылар»ҙан – «Голос. Дети» проектына

«Тамыр» телеканалында йондоҙ булып балҡыған башҡорт ҡыҙы Наҙгөл Отузова илдең төп телеканалында ойошторолған вокал конкурсының һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, популяр репер, композитор Баста командаһына эләкте.

Наҙгөл Отузованың көслө тауышы, уның башҡарыуындағы «Адажио» арияһы тәүге секундтан уҡ жюри ағзаларын, тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Салауат районы ҡыҙы Лара Фабиан ижадына ғашиҡ, шуға ла ул тап уның версияһындағы композицияны һайлай. Һәм яңылышмай.

Яҡташыбыҙҙың вокал оҫталығы юғары баһаланды. «Голос. Дети» проектында өс остаздың да сығыш яһаусыға тәүге минуттарҙа уҡ боролоуы һирәк күренеш. Наҙгөл бәхетлеләр исемлеген тулыландырҙы. Бөтә залдың аяғүрә баҫып йәш талантҡа ҡул сабыуы - үҙе бер ғорурлыҡ. Хәйер, жюри ағзалары ла маҡтау һүҙҙәрен йәләмәне. Бер ниндәй музыкаль белемһеҙ уңышҡа өлгәшеү - үҙе ҙур еңеү.

Проект остаздарынан алдараҡ Янғантау ҡасабаһына беҙҙең ижади төркөм юлланды.

Юлиә Отузова ҡыҙы өсөн сикһеҙ шат. Был улар өсөн күптән көтөп алынған еңеү. Мәскәүҙә Наҙгөлдөң конкурсҡа әҙерлек графигы иһә тығыҙ, көн дә репетицияларҙа. Әйткәндәй, ул репер Баста командаһын һайланы. Әсәһе билдәләүенсә, был йәш йондоҙҙоң күптәнге хыялы булған. «Тамыр» телеканалынан ҙур сәхнәгә юл ярған ҡыҙҙың яулайһы үрҙәре лә алда әле.

Артабан Наҙгөл үҙаллы музыка донъяһы менән таныша башлай. Ата-әсәһенән музыкаль ҡоралдар һатып алдыра. Көнөнә йөҙ йыр башҡармайынса, тауыш өҫтөндә эшләүен туҡтатмай,-тип ҡыҙҙың уңыш серҙәрен асты яҡындары. Өй тулы Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар. Салауат районы ҡыҙы «Спутник ФМ» радиостанцияһы ойошторған «Өфө тулҡыны» музыкаль проектында «Дебют» номинацияһында ла еңеүсе тип таныла.

Наҙгөл вокалдан тыш, спорт менән шөғөлләнә. Китап уҡырға ярата, тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Мәктәптә ойошторолған һәр бер мәҙәни сара уның ҡатнашлығында үтә. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ «Голос.Дети» проектына тағы бер патриотик рухлы йыр әҙерләгән.

Әлегә Наҙгөл интернет донъяһын яулай. «Голос. Дети» проектындағы сығышын миллионға яҡын кеше ҡараған. Шулай ҙа был уңыштың яртыһы ғына - ҡыҙҙы тағы ла ҡатмарлыраҡ һынауҙар көтә. Конкурстың финалына тиклем өҫтәмә һайлап алыу этаптары үтергә кәрәк, яҡташыбыҙға тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек... Тауыш бирәйек!

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина