Һуңғы 26 йылда тәүге тапҡыр. Финал матчында Германия командаһын овертаймда еңеп Рәсәй хоккейсылары олимпия алтынын яуланы. Уйын тамамланыуға өс минут тигәндә илебеҙ вәкилдәре 2-гә 3 иҫәбе менән еңелеп, боҙҙа уйынсылар һаны буйынса ла аҙсылыҡта ҡалды. Һөҙөмтәлә ҡапҡасыны уйындан алыу һәм бишенсе уйынсы боҙға сығарыу ҡарары ҡабул ителде. Шунда көсөргәнешле шарттарҙа осрашыу тамамланыуға 56 секунд ҡалды тигәндә, иҫәп тигеҙләнде. Овертаймда еңеү шайбаһын 20 йәшлек Кирилл Капризов индерҙе. Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында «Салауат Юлаев» клубы тәрбиләнеүсеһе Андрей Зубарев та Олимпия чемпионы исемен яуланы.
Игорь Кравчук, 1988,1992 йылдарҙа ике тапҡыр олимпия чемпионы: «Вы знаете, при таком жестком отборе ему удалось попасть в команду и стать олимпийским чемпионом, я считаю, это очень хорошо. Это здорово, Олимпийский чемпион в Башкирии, второй в хоккее. Поздравляю его от всей души. Все внесли свой вклад в эту победу, она была нелегкой, тяжелой, много было разговоров: не та система, не та игра, не те составы, но тем не менее Олимпиада получилась интересной. Команда Знарка набрала обороты и финишировала победно с золттом на шее».
Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Кристина Спиридонова ла өйөнә ҡайтты. Аэропортта спортсыны туғандары, дуҫтары, тренеры, спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре ҡаршы алды. Кристина Спиридонова саңғы аэробикаһы буйынса 11-се баҫҡысҡа күтәрелде. Квалификация сығыштарында ул 4-се урынға сыҡҡайны. Әммә хәл иткес ярыш мәлендә спортсы йығылды. Бер аҙ ял иткәндән һуң Кристина йәнә күнекмәләрҙе дауам итергә һәм март аҙағында Рәсәй чемпионатында сығыш яһарға иҫәп тота.
Пхенчханда үткән Олимпия уйындарында Башҡортостандан биш спортсы сығыш яһаны. Кристина Спиридонованан тыш биатлонсы Антон Бабиков, ике төр алыштан Эрнест Яхин, хоккейсы Ольга Сосина һәм шорт-тректа Семен Елистратов. һуңғыһы Рәсәй йыйылма командаһының иҫәбенә тәүге миҙал алып килде. Спортсы мең ярым метрға уҙышта өсөнсө урын яуланы. Рәсәйҙең дөйөм иҫәбенә килгәндә, илебеҙ спортсылары барлығы ике алтын миҙал алыуға өлгәште. Уның береһе фигуралы шыуыу Алина Заһитовала, икенсеһе хоккейсыларыбыҙҙа. Миҙалдар һаны буйынса бернселек Норвегияла, был ил спортсылары 14 алтын миҙал алыуға өлгәште.





