Башҡортостан президиумы ултырышында монопрофилле ҡалаларҙы билдәләгән критерийҙар ҡаралды.
Башҡортостанда алты моноҡала бар ине: Бәләбәй, Благовещен, Белорет, Учалы, Нефтекамск, Күмертау. Хәҙер был исемлеккә Сибай, Ағиҙел, Межгорье ҡалалары ла инде.
Иҡтисади үҫеш министрлығында хәбәр итеүенсә, был ҡарар, Ағиҙел, Сибай, Межгорье ҡалаларының иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән тәүге аҙым. Үҫеш планы үткән йылдың декабрендә ҡабул ителгән.
Иҡтисади эшмәкәрлек бер предприятие, йә бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған бер юҫыҡтағы предприятиелар эше менән генә билдәләнгән ҡала – моноҡала, тип атала.





