Уҡыусыларға - уңайлы йәшәү урындары

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы урта мәктәбе янында 120 урынға иҫәпләнгән интернат сафҡа инде.

Объектта капиталь ремонт эштәре 2014 йылдың декабрендә башлана. Төҙөлөш барышында ике ҡатлы бинаның майҙаны киңәйтелә, өсөнсө ҡат күтәртелә. Был, әлбиттә, койка урындары һанын күпкә арттыра. Иркен бүлмәләрҙә хәҙер икешәр-өсәр бала йәшәй. Йыуыныу, кер йыуыу, үтекләү өсөн айырым урындар бүленгән. Белем усағы етәкселеге билдәләүенсә, интернатҡа тәжрибәле белгестәр эшкә алынған. Уҡыусылар менән тиҫтәнән ашыу тәрбиәсе һәм уларҙың ярҙамсылары эшләй. Егет-ҡыҙҙар бында үҙҙалы йәшәргә өйрәнә, мәктәп тарафынан ойошторолған төрлө бейеү, вокал түңәрәктәрендә, спорт секцияларында шөғөлләнә. Буш ваҡытта интернатта теннис уйнау мөмкинлеге лә бар.

Район үҙәгендәге мәктәп-интернат 20-45 саҡрым алыҫлыҡтағы тиҫтәнән ашыу ауыл балаларын ҡабул иткән. Билдәле булыуынса, 120 уҡыусының өстән бер өлөшө Кейекбай ауылы биләмәһенән. Шулай уҡ Ғәлиәкбәрҙәр ҙә байтаҡ.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина