Ҙур бәләгә юл электр сымдарында ҡыҫҡа ялғаныштан һәм һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөнән асыла

Шуға күрә лә янғын һүндереүселәр шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә инеп профилактик әңгәмәләр алып бара, электр селтәрҙәрен һәм ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланыуҙы тикшерә.

Был йорт газ селтәренә тоташтырылған, ә мунса утын менән яғыла. Янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре иң башта мейес торошон тикшерә. Төтөн юлдары ҡапланмағанмы, усаҡлыҡ алдындағы иҙән тимер ҡалай менән сикләнгәнме. Кешеләр сәләмәтлегенә асыҡ уттан бигерәк, һөрөм еҫе күберәк зыян килтерә. Йорт хужалары мунса яҡҡанда алмашлап ҡарап-күҙәтеп тора.

Был йорт хужаһы миҫалында үҙ хәүефһеҙлегеңә битараф булмау өлгөһөн күрәбеҙ. Йорт үҙәк йылытыу селтәрҙәренә тоташтырылған. Янғын һүндереүселәр электр сымдарын тикшерә. Иҫәпләү ҡоролмаһы янында кабель махсус шланг аша үтә, ә йорт эсендәгеләре кабель-каналдарға тоташтырылған. Һөнәре буйынса электрик хужа ҡыҫҡа ялғаныштың нисек тамамланыуын яҡшы белә. Рейд барышында янғын һүндереүселәр Черниковканың шәхси йорттар урынлашҡан өлөшөндә йәшәүселәрҙең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүен тикшерҙе.

Һөрөм еҫе һаулыҡ өсөн зарарлы. Ринат Шафиҡов төтөн юлдарын даими тикшереп тора. Мейес яҡшы тартһа, ғүмерең өсөн зыян юҡ тигән һүҙ. Бындай яуаплы хужаларға янғын һүндереүселәрҙең һорауҙары юҡ. Аҙна һайын үткәрелгән рейдтар барышында бик күп етешһеҙлектәр асыҡлана һәм уларҙың үтәлеше контролгә алына.

Авторы: Гүзәлиә Борханова