«Шүлгәнташ» мәмерйәһенә виртуаль тур ойоштороласаҡ

Әлегә Рәсәй ғалимдары тәбиғәт ҡомартҡыһын лазер ярҙамында сканерлау эшен тамамлап бара. Шулай уҡ улар мәмерйә эсен һанлы фотоға төшөрә, уникаль рәсемдәрҙең буяуҙарына анализ яһай. Был күләмле документаль эш «Шүлгәнташ»ты Юнесконың Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә булышлыҡ итер тип көтөлә.

Мәскәү белгестәренең ҡулында - протатив рентген анализатор. Был прибор тикшеренеү эштәрен күпкә еңеләйтә, микроскоптар ары торһон. Өлгөләр алыу кәрәкмәй, был ҡоролманы ни бары стенаға ҡуйыу ҙа етә. Тик өҫкө ҡатлам таҙа булырға тейеш. «Шүлгәнташ» мәмерйәһендәге рәсемдәрҙең кальцит менән ҡапланған булыуы ғына буяуҙарға анализ яһау процессын бер аҙ ҡатмарлаштыра. Шуға ҡарамаҫтан уларҙың составына бәйле тәүге тикшеренеү һөҙөмтәләре лә бар.

Александр Пахунов, Рәсәй фәндәр академияһының палеонтология сәнғәте үҙәге кесе хеҙмәткәре: «Әйтәйек, стеналағы был рәсем ике төҫтә төшөрөлгән. Ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыуыраҡ. Төҫ сағыуыраҡ булған һайын уның составында гематит кристалы һәм тимер күләме арта».

Әлегә Мәскәү белгестәре «Шүлгәнташ»тың тәүге ҡатында, Хаос залында тикшеренеүҙәр ойошторған. Ике йөҙләп һүрәттең күбеһе тап ошо залда урынлашҡан. Шуға күләмле эш көтөлә,- ти белгестәр. Әйткәндәй, мәмерйәнең был өлөшө төрлө ҙурлыҡтағы таштар менән күмелгән, урында бер-бер артлы яңы асыштар яһала.

Уҙған йыл Башҡортостан белгестәре мәмерйә эсендә ике үркәсле дөйәнең рәсемен таба. Ул үрге палеолит осоронда, йәғни 14-40 мең йыл элек төшөрөлгән булған. Күреүегеҙсә, бында ла ал-ҡыҙыл төҫтәр ҡулланылған.

Әлегә яңы рәсемде һанлы фотоға төшөрөү тамамланған. Тиҙҙән ул сувенир продукцияһында ла сағылыш табасаҡ. Әйткәндәй, уникаль һүрәттәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында урында лазерлы сканерлау ойошторола. «Шүлгәнташ»тың 3 д моделе ярҙамында киләсәктә теләгән һәр кем виртуаль сәйәхәткә сыға аласаҡ. Ул буласаҡ тарихи-мәҙәни комплекста урын аласаҡ.

Мәмерйәнең эсендә тикшеренеү эштәре тамамланыу алдында. Ғалимдар урындағы микроклимат үҙенсәлектәрен төптәнерәк асыҡларға ынтыла, тамсыларҙың туҡтауһыҙ тамыуын да кисектереү маҡсаты ҡуйылған. Был йәһәттән быйыл «Шүлгәнташ»тың тышҡы яғынан да лазерлы сканерлау ойоштороу күҙаллана. Күләмле тикшеренеүҙәр самолетта, күктән алып барыласаҡ.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина