Силәбелә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған мәҙәни саралар ойошторола

Силәбеләге Башҡортостандың рәсми вәкиллеге башланғысы менән Магнитогорск металлургия комбинатының балалар һауыҡтырыу лагерында этносменалар асыласаҡ. Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу өсөн комбинат лагеры биләмәһендә бөтә шарттар бар. Китаптар, Башҡортостан тураһында фильмдар һаҡлана. Махсус төркөмдә милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, уҡтан атыу һәм милли көрәш буйынса спорт ярыштары уҙғарыу ҡаралған. Шулай уҡ «Уралым» гәзитендә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған махсус рубрика асылған. Матбуғат битендә республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан башҡорттар тураһында мәҡәләләр урын аласаҡ.

Амур Хәбибуллин, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле: «Балалар һауыҡтырыу комплексында башҡорт халҡы йолалары, сәнғәте менән таныштырыу алып барыласаҡ һәм саф башҡортса һөйләшеү ҙә мөһим урын алып торасаҡ. Комплексҡа бик күп төбәктәрҙән балалар килә, уларға фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайбыҙ».

Авторы: Рәмилә Исмәғилева