Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ҡулъяҙмар һәм һирәк осраған баҫмалар, китаптар күргәҙмәһе асылды

Билдәле башҡорт һәм рус яҙыусы-шағирҙарҙың юбилейына арналған экспозицияла Иван Тургеневтың тыуыуына - 200 йыл, Лев Толстойҙың - 190, Зәйнәб Биишеваның 110 йыл тулыу уңайынан тупланған бай материал менән танышырға мөмкин.

Күргәҙмәлә әҙиптәрҙең киң уҡыусыға билдәле булмаған әҫәрҙәре лә урын алған. Ғәрәп һәм латин графикаһында баҫылған башҡорт яҙыусылары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең хеҙмәте күп төрлө. Улар араһында Мөхәмәтша Буранғолов, Нуриәғзәм Таһиров, Имай Насири кеүектәр шәхестәрҙең ижады бар. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте ағзаларының береһе Нуриәғзәм Таһировтың эше лә айырым иғтибар талап итә.

Авторы: Азат Ғәлиуллин