Республиканың төп телеканалында «Алып барыусылар» курсы дауам итә

Уҙған аҙнала курс тыңлаусылары интенсив психолог менән эшләһә, бөгөн улар үҙҙәрен актерлыҡ оҫталығында һынап ҡараны. Дәресте был юлы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Шакирова алып барҙы. Актерлыҡ оҫталығын үҙләштереү буласаҡ алып барыусылар өсөн мөһим. Ул фекерләү ҡеүәһен арттырыуға һәм ижади һәләтте үҫтереүгә мөмкинлек бирә. Дәрестәр ял көндәре иртәнән кискә тиклем уҙа. Аҙна уртаһында курс тыңлаусылары каналда стажировка үтә ала.

Авторы: Азат Ғәлиуллин