Бөгөн Өфөлә милли биҙәү әйберҙәрен эшләү буйынса Сәрүәр Аслаева бишенсе тапҡыр оҫталыҡ дәресе ойошторҙо

Селтәр, ҡашмау серҙәренә төшөнөргә тиҫтәләп кеше килде.

Сәрүәр Аслаева быға тиклем республика район-ҡалаларында ла оҫталыҡ дәрестәре ойошторған. Өфөлә йәшәүсе гүзәл заттар араһында селтәр, ҡашмау эшләү серҙәренә өйрәнергә теләүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, бер ай элек был эште баш ҡалала ла йәнләндереп ебәрә. Оҫталыҡ дәресендә Сәрүәр Аслаева ҡашмау, селтәр, хатта костюмдар тегеү серҙәренә өйрәтә. Киләсәктә оҫта ҡуллы ханым дәрестәрҙе шәмбе һайын ғына түгел, ә көн һайын ойошторорға ниәтләй. Иң мөһиме, милли биҙәүестәр эшләргә теләүсе гүзәл заттар ғына булһын.

Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙың күптәре бала саҡ, йәшлек хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында килгән. Әммә дәрескә килдең дә, өйрәндең, тигән һүҙ түгел, ти Мәрйәм Садиҡова. Ваҡ ҡына мәрйендәрҙе берәүгә арттырҙыңмы, кире һүтергә тура килә. Ынйы бөртөктәрҙе теҙеүҙең үҙ тәртибе. Түҙемлек, сабырлыҡ талап иткән шөғөлгә әсәләренә эйәреп, ҡыҙҙар ҙа йөрөй. Ҡул эшенең моториканы нығытыуы ла билдәле. Оҫталыҡ дәресе ваҡытында ҡатнашыусылар тарихты ла өйрәнә. Сөнки башҡорт халҡының үҙенә генә хас биҙәктәре бар һәм уларҙың һәр береһенә айырым мәғәнә һалына.

Авторы: Фәниә Юланова