Өфөлә нефть һатыусылар булып ҡыланған кешеләр 60 млн һумлыҡ афера ойошторған

Бөгөн дүрт Өфө һәм бер Набережные Челны йәшәүсеһенә хөкөм сығарылды. Улар алдауҙа ғәйепләнә.

Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ғәйепләнеүселәр билдәле заводтар исеменән нефть етештереү хаҡында төрлө фирмалар менән 60 млн һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгәндәр.

Енәйәтселәр үҙ ғәйебен таныманы. Суд 3-5 йыл шартлы хөкөм сығарҙы, улар шулай уҡ килтергән зыяндарын ҡапларға тейеш.