Өфөлә 59 әсә үҙ балаларынан баш тартырға ниәтләгән

Үткән йылды 59 әсә яңы тыуған сабыйҙарын дәүләт ҡарамағына тапшырырға булған. Әммә хеҙмәт эшмәкәрлеге арҡаһында 39 ҡатын үҙ балаһынан баш тартмаған. Бының хаҡта опека һәм бағымсылыҡ идаралығы етәксеһе Татьяна Квасникова хәбәр итте.

Татьяна Квасникова өҫтәүенсә, әсә һәм яҡын туғандар менән эшләгәндән һуң, уларҙың хеҙмәте 70% тиклем балаларҙы үҙ ғаиләләрнедә ҡалдырыуға өлгәшә.

Бөгөнгө көндә Өфөлә 230 меңдән ашыу бала йәшәй. Быйылғы йыл башына опека хеҙмәтендә 2124 етем бала иҫәпләнә.