Бындай һандарҙы Башҡортостан прокуратураһының мәғлүмәт-хеҙмәте яңғыратты. Күпселлек осраҡтарҙа тейешле ярҙам прокурорҙар ҡыҫылышынан һуң ғына күрһәтелгән.
Мәҫәлән Өфө, Октябрьский, Сибай ҡалаларында инвалид балаларға йәшәү өсөн кәрәкле дарыу бирмәү осраҡтары булған. Прокуратура ярҙамында ғына балаларға тейешле медикоменттар бирелгән.
Дөйөм республика буйынса тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә 5 протест, 322 күрһәтмә сығарылған, улар өсөн 463 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа, 54 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Алты енәйәт эше асылған.





