Иртәгә, 28 февралдә, Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын.
Һауа температураһы республикала төндә -18, -23, аяҙытҡанда -28, көндөҙ -13, -18, урыны менән -8 градус һалҡын. Өфөлә төндә -21, -23, аяҙытҡанда -25, көндөҙ -13, -15 градус һалҡын булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндөң һыуыҡ һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.





