Кеҫә телефон операторҙары Рәсәй буйлап роумингты һүндерәләр

2017 йылдың йәйендә үк Рәсәй эсендә төбәк-ара аралашыу өсөн күп аҡса сарыф ителеүе хаҡында һүҙ сыҡҡайны.

Декабрҙә, Элемтә һәм бәйләнеш министры Николай Никифоров, роуминг 2018 йылдың тәүге яртыһында уҡ юҡҡа сығарылырға тейеш, тип иғлан иткәйне.

Беренсе булып был аҙымға МТС операторы барҙы. 28 февральдан күпселлек тариф пландарында Рәсәй буйлап аралашыуҙың хаҡтары кәмей.

Бындай аҙымдарҙы тиҙҙән башҡа операторҙарҙан да көтөп ҡалабыҙ.