БР-ҙың ДАУ Киностудия “Башҡортостан”дың етәксеһе вазифаһын Хужахмәтов Азамат Шәриф улы башҡарасаҡ.
Бының турала Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә. Етәксе вазифаһына конкурс 20 февраль иғлан ителгәйне.
Хужахмәтов Азамат Шәриф улы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың кинематографистар союзы, Рәсәйҙең кинорежиссерҙар гильдияһы һәм Евразия телевидение һәм радио академияһы ағзаһы. Атҡаҙанған кинорежиссер.





