Мәләүез ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре спритлы эсемлектәр менән һатыулаштырған 20 йәшлек егетте ҡулға алғандар.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, урындағы полиция бүлегенә законһыҙ рәүештә алкоголь һатыу тураһында мәғлүмәт бирелгән. Лесокомбинат майҙаны адресы буйынса 6 литр араҡы алынған. Егет эсемлектәрҙе пластик һәм быяла шешәләрҙә һатҡан.
Ғәйепләнеүсе элек тә ошо шөғөлө өсөн хөкөмгә тарттырылған булған, быға ҡарамаҫтан, үҙ бизнесын ташламаған. Уға ҡарата енәйәт эше асылды.





