Рәсәй төбәктәре араһында кесе һәм уртаса эшҡуарлыҡ әүҙемлеге индексы буйынса Башҡортостан беренсе урында, бының турала Рәсәй сәнәғәт форумының пленар ултырышында Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
Республика башлығы “Опора России” йәмәғәт ойошмаһының тикшеренеүҙәрен яңғыратты. 2017 йылдың IV кварталында, 24 төбәк араһында Башҡортостан кесе һәр уртаса эшҡуарлыҡ әүҙемлеге индексы буйынса беренсе урында (60,7 пункт). Әүҙемлек индексының Рәсәй буйынса уртаса күрһәткесе 50,5 пункт.
– Илебеҙҙә эшҡуарлыҡ әүҙемлеге индексы буйынса Башҡортостан беренсе урында. Был ҙур оптимизм тыуҙыра. Шуға күрә беҙҙең менән эшләгеҙ, беҙҙә эшләгеҙ. – тине Рөстәм Хәмитов.





