Яңы тамашалар көтөп ҡалабыҙ

“Кесе Ватан мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, федераль бюджеттан, Башҡортостан мәҙәниәте үҫешенә 81 млн һум бүленәсәк.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлегенең матбуғат-сәркәтибе Арина Рәхимҡолова хәбәр итеүенсә, был сумманың 47 млн һумы ауыл мәҙәниәт һарайҙарын ремонтлауға, 30 млн һумы кесе ҡалаларҙың театрҙары үҫешенә, 5 млн һум балалар һәм йәштәр театрының үҫешенә бүленәсәк.

Быйыл проектта 15 мәҙәниәт йорто, 5 кесе ҡала театры, өс йәштәр һәм балалар өсөн театр ҡатнаша.