Өфө агломерацияһы юлдарын төҙөкләндереүгә ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Росавтодор федераль юл агентлығы менән килешеү төҙөнө.

Фото №1 - Өфө агломерацияһы юлдарын төҙөкләндереүгә ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк

Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан бер миллиард һум аҡса бүленәсәк. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, республика ҡаҙнаһынан шулай уҡ 1,55 млрд һум сығым ҡаралған, тағы 41 миллион һумды Өфө бюджеты өҫтәйәсәк.

Проект буйынса Өфө, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Шишмә райондары юлдары төҙөкләндереләсәк. Юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо - 1317,5 саҡрым.

Ремонт эштәре Өфө ҡалаһында ла башҡарыласаҡ. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты буйынса төҙөкләндереләсәк юлдар исемлеге менән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты Ремонт эштәре Өфө ҡалаһында ла башҡарыласаҡ. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты буйынса төҙөкләндереләсәк юлдар исемлеге менән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға мөмкин. танышырға мөмкин.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ