Рәсәй тимер юлдары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына поездарҙа бушлай йөрөү мөмкинлеге бирә

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 73 йыл тулыу айҡанлы, май айында һуғыш ҡатнашыусылары һәм инвалидтары поезда бушлай үтеү хоҡуғына эйә буласаҡ.

Ветеранды оҙатыусы бер кешегә шундай уҡ мөмкинлек бирелә. Акция май айы буйына дауам итә, поезда йөрөү иҫәбе сикләнмәй.

Билеттарҙы бөгөндән юллай башларға була. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы йә инвалиды, шулай уҡ “Ленинградты обороналау өсөн” миҙалы алыу тураһындағы таныҡлыҡты күрһәтергә кәрәк.

Сит ил граждандарына СССР ваҡытында алынған таныҡлыҡты күрһәтергә кәрәк була.

Ветерандарҙан поездағы сервис өсөн дә аҡса алынмаясаҡ.