Өфө аэропортынан Сочиға тура авиарейс асыла

Йәйге теҙмәгә ярашлы, баш ҡалабыҙҙан Сочиға 28 майҙан 26 сентябргә тиклем даими рейстар ойоштороласаҡ.

Фото №1 - Өфө аэропортынан Сочиға тура авиарейс асыла

Аэропорттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, билеттар бөгөндән үк һатыуҙа бар. Бер яҡҡа осоу хаҡы - ете мең һумдан башлана.

Расписаниеға ярашлы, самолеттар Өфөнән һәр дүшәмбе һәм шаршамбы урындағы ваҡыт менән 4:35-тә, ә Сочинан - Өфөгә шишәмбе һәм йәкшәмбе 22:35 ҡуҙғаласаҡ.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ