Яҙҙың беренсе көнөндә -30 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, атмосфера баҫымының үҫеүе менән яуым-төшөмдең кәмеүе һәм һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.

Һауа температураһының республикала төндә -22, -27, урыны менән -30 -35 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, көндөҙ -10, -15, Өфөлә төндә -25, -31, көндөҙ -10, -12 градус һалҡын булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндә республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, һауа температураһының бер ни тиклем күтәрелеүе көтөлә.