Иномарка менән трактор ҡатнашлығындағы авария бөгөн, 28 февраль, М7 трассаһында булған.
Шәрип ауылы янында “Киа Сид” автомобиле юлда тайып китеп юл ситендә барған тракторға килеп төкөлгән. Һөҙөмтәлә салон эсендә ултырған бала яфаланған.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бәләкәй пассажирҙы ҡурҡыныс яраларҙан балалар креслоһы ҡотҡарып ҡалған.





