1 апрельдән 30 апрельға тиклем Башҡортостандың төбәк һәм муниципаль-ара кимәлендәге юлдарҙа ваҡытлыса билдәләнгән ауырлыҡтан артҡан ҙур йөклө машиналарҙың хәрәкәте сикләнә.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был сара, яҙғы еүешлек ваҡытында юлдарҙың нормаль торошонда һаҡланып ҡалыуы өсөн ҡулланыла.
Шулай уҡ 1 июндән 31 августҡа ҡәҙәр ауыр йөк ташыған машиналарҙың асфальтлы юлдар буйлап хәрәҡәтен тыйыу ҡаралған.





