Донъялағы иң ҙур акцияларының береһе быйыл 24 март урындағы ваҡыт буйынса киске туғыҙынсы яртынан унынсы яртыға тиклем дауам итә.
Шуны билдәләп үтәйек, был акция йыл һайын тирә-яҡ мөхитте һаҡлап ҡалыу һәм тәбиғәт ресурстарын тейешле күләмдә ҡулланыу пробемаларына иғтибар йәлеп итеү өсөн уҙғарыла.
“Ер сәғәте” – Ерҙең киләсәгенә битарафлыҡ белдермәүгә өндәгән, бөтә донъяла бер сәғәткә ут һүндереүҙе талап иткән халыҡ-ара экологик акція. Ул 2007 йылдан бирле WWF ойошмаһы тарафынан үткәрелә.





