Башҡортостанда бурыслыны урлауҙа ғәйепләнгән егет тотолған

22 йәшлек Нефтекама ҡалаһы йәшәүсеһе уға аҡса бурыслы дуҫын үҙ фатирында ике аҙна бик аҫтында тотҡан.

Барыһы ла 2 ғинуар башланған. Егет, дуҫтары менән осрашҡан ваҡытта, берәүһенең уға ҙур күләмдә аҡса бирәсәге барлығын иҫенә төшөргән һәм туҡмаған, травматик пистолеттан аяғына атҡан. Һаулығы хаҡында борсолған ир, енәйәтсенең фатирына инергә ризалашҡан, 17 февральға тиклем ул шунда булған.

Хәл-ваҡиға буйынса Тәфтишселәр комитеты тикшереү эштәре алып бара. Ғәйепләнеүсе тотолған, уға ҡарата енәйәт эше башланған.