Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы Мәҙәниәт министрлығы һәм “Ағиҙел” журналы менән берлектә “Минең данлы Башҡортостаным” тип аталған поэмалар конкурсын иғлан итә.
Конкурс республиканың 100 йыллығына арнала. Эштәр февралдән октябргә тиклем ҡабул ителә. Конкусҡа йомғаҡ ноябрь айында яһала. Баһалама ағзалары – халыҡ шағиры исемен йөрөткән абруйлы шәхестәр.
Положенияға ярашлы алты призлы урын билдәләнәсәк. I урын яулаусыға 50 мең һум, ике II урынға - 30-шар, өс III урынға 15-шәр мең һум күләмендә аҡсалата премия ҡаралған.
Конкурстың положениеһы менән Башҡортостан Яҙыусылар союзының Конкурстың положениеһы менән Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәсми сайтында таныша алаһығыҙ. таныша алаһығыҙ.





