Өфө ҡалаһы йәшәүсеһенән интернет-талаусы 30 мең һум урлаған

Орджоникидзе районының 29 йәшлек йәшәүсе билдәһеҙ банктың кредит рефинанслау хеҙмәте менән файҙаланған.

Фото №1 - Өфө ҡалаһы йәшәүсеһенән интернет-талаусы 30 мең һум урлаған

Алданған ир полиция хеҙмәткәрҙәренә ни булғанлығын һөйләп бирҙе: ул интернет аша төрлө банктарҙың рефинанслау шарттарын тикшереп һәр береһендә үҙенең шәхси мәғлүмәттәрен ҡалдырған.

Күп тә үтмәй, уның телефонына Мәскәү ҡалаһының банкы хеҙмәткәре булып аталған билдәһеҙ кеше шылтыратҡан. Алдаҡсы уны Мәскәүгә саҡырған, ирҙең баш ҡалаға осоу мөмкинлеге булмағанлыҡтан уға документтарҙы әҙерләргә ярҙам итергә курьер ебәрергә тәҡдим иткәндәр. Аҙаҡ тағы шылтыратып курьер һәм страховка өсөн аҡса түләргә кәрәклеген хәбәр иткәндәр. Алдаҡсылар “ҡармағына” эләгеп, ир 30 мең һумдан ашыу аҡса ебәргән.

Был эш буйынса Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексында ҡаралған 159-сы статья буйынса енәйәт эше асылған.

Волна
Акции БСТ