Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы май айында авто һәм велоуҙыш үткәрергә ниәтләй

Был хаҡта ойошма рәйесе Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итте. Автоуҙыштың маҡсаты – Башҡортостандың изге урындарына сәфәр ҡылыу.

Фото №1 - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы май айында авто һәм велоуҙыш үткәрергә ниәтләй

Акция уҙғарыу тураһындағы ҡарар ойошманың ултырышында ҡабул ителгән. Сарала бөтә актив ҡатындар ҡатнаша ала.

Тағы бер маҡсат – Бәндәбикәне иҫкә алыу, йәштәр араһында уның исемен тергеҙеү. Изге урындарҙы туристик маршрут булараҡ пропагандалау. Шулай уҡ автоколонна үткән төбәктәрҙә урындағы халыҡҡа бушлай психологик ярҙам күрһәтеү, концерт, осрашыуҙар уҙғарыу ҡаралған.

“Беҙгә ветерандар ойошмаһы вәкилдәре мөрәжәғәт итте. Билдәле шағирә Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева автоуҙыу сиктәрендә юбиляр-ҡатындарҙың велоуҙышын үткәрергә лә тәҡдим итә. Уға быйыл 70 йәш тула һәм ул велосипедта 70 саҡрым юл үтергә әҙер. Был сараға юбилярҙарҙы ла саҡырабыҙ”, - тип өҫтәне Гөлнур Ҡолһарина.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Волна
Акции БСТ