Пенсия йәше оҙайтыла

Хәҙер дәүләт хеҙмәтендә эшләүсе ирҙәр хаҡлы ялға 61 йәштән, ә ҡатындар 56 йәштән сығасаҡ. Әйткәндәй, артабан был йәш йыл һайын 6 айға арттырыла барасаҡ.

2026 йылда ирҙәр 65 йәштә, ә 2032 йылда ҡатындар 63 йәштә хаҡлы ялға сығасаҡ. Өфө ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, был үҙгәреш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә эшләүселәргә генә ҡағыла.

Эштән киткәндән һуң ҡартлыҡ буйынса пенсия түләнеләсәк. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң башҡа ергә эшкә урынлашҡанда пенсия түләү туҡтатылмаясаҡ.