Ҡасан уҡырға бармаҫҡа була?

Һауа температураһының түбәнәйеүе сәбәпле уҡыусыларҙың мәктәпкә йөрөү-йөрөмәү һорауына аныҡлыҡ индерәйек. Беренсенән, урта белем биреү учреждениеларында уҡыуҙар ғәҙәти режимда дауам итә.

Фото №1 - Ҡасан уҡырға бармаҫҡа була?

Ауыл мәктәптәренең 1-4 класс уҡыусылары -23°, ә ҡаланыҡылар -25° һалҡында, 5-9 класс уҡыусылары ауылда -25°, ә ҡалала -27°, 10-11 кластар ауылда -30°, ҡалала -32° һыуыҡ булған саҡта мәктәпкә бармаһалар була.

Был талап ирекле характерға эйә. Баланың мәктәпкә барыу-бармауын ата-әсәләр үҙҙәре хәл итә.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы матбуғат-хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ