Һәр водителдә ятылыҡты ҡайтарыусы жилет булырға тейеш

Рәсәйҙә юл йөрөү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелә. 18 марттан алып, төнөн авария, йә башҡа сәбәп буйынса машинаһынан сыҡҡан һәр водитель яҡтылыҡты сағылдырыу элементтары булған жилет кейергә тейеш.

Әгәр һауа шарттары насар булһа, был ҡағиҙә көндөҙ ҙә үҙ көсөнә эйә.

Бындай үҙгәрештәрҙе ҡабул итеү төп сәбәп – күңелһеҙ статистика. Йыш ҡына төнөн, автомобилен туҡтатып, тышҡа сыҡҡан водителдәр тапала.

Ҡағиҙәне һаҡламаусыларға административ иҫкәртеү, йәки 500 һум күләмендәге штраф ҡаралған.