Өфө ятаҡтарының береһендә туңып үлгән кеше табылған

Комсомол урамындағы ятаҡтың балконында үле ирҙе тапҡандар. Ятаҡта йәшәүселәр шунда уҡ тәртип һаҡлаусыларын саҡырған.

Тәфтиш комитеты әле үлем сәбәбен асыҡлай, мәйет суд-мед экспертизаға ебәрелгән. Ир яҡынса бер тәүлек буйына һыуыҡта ятҡан. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эшен асыу-асмау мәсьәләһе хәл ителәсәк.