“Мәғарифты үҫтереү” федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостанға балалар баҡсаларында өҫтәлмә урындар булдырыу өсөн 1,3 миллиард һум бүленәсәк.
Республика ҡаҙнаһына маҡсатлы аҡсаның тәүге өлөшө быйыл күсереләсәк. Икенсеһе - 2019 йылда.
Ике айҙан өс йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары менән 100% тәьмин итеү планын 2021 йылға тулыһынса үтәү бурысы ҡуйылған.





