Өфөлә төҙөлөш майҙанында 5 кеше һәләк булған

Бөгөн иртәнсәк Блюхер урамындағы төҙөлөп ятҡан йортта 5 мәйет табылыуы хаҡында билдәле булды.

Башҡортостандың тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, вафат булыусылар Корея Республикаһы граждандары. Улар ”Сальвия” ЯСЙ ҡараған компанияла төҙөлөш эштәре башҡарған. Улар үҙҙәре йәшәгән вагондың электр йылытыу кабеле өҙөлөү сәбәпле, бүлмә эсендә биҙрәгә ут яғып йылынырға булғандар. Һөҙөмтәлә биш кеше һөрөм менән ағыуланып үлә.