Башҡортостанда законһыҙ ике мышы атылған

Ғафури районында законһыҙ рәүештә мышы атыу буйынса енәйәт эше судҡа тапшырылды. 56 йәшлек ир браконьерлыҡта ғәйепләнә.

Осраҡ 2017 йылдың ноябрендә теркәлә. Һунарсы Имәндәш ауылы янындағы урманда ике мышыны атып, тиреһен тунаған. Икенсе көн автомобилдә килеп уңышын алып ҡайтҡан.

Тәбиғәткә 320 000 һумлыҡ зыян килтерелгән. Ир үҙ ғәйебен таный, штраф түләй.