Михаил Бабич Өфөгә иртәгә, 2 мартта, килә. Был турала Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллектең матбуғат-хеҙмәте хәбәр итте.
Өфөлә Михаил Бабич урман менән файҙаланыу һәм урман янғындарын һүндереү буйынса федераль һәм төбәк органдарының үҙ-ара бәйләнеш мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрә.
Шулай уҡ Михаил Бабич менән Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың ижтимағи, иҡтисади һәм сәйәси үҫеш һорауҙары буйынса фекер алышасаҡ.





