Башҡортостанда 23 йәшлек егет юғалған

Салауат ҡалаһында хәбәрһеҙ юғалған Евгений Галушевты эҙләйҙәр. Был турала социаль селтәрҙәрҙәрҙә хәбәр ителә.

Фото №1 - Башҡортостанда 23 йәшлек егет юғалған

Юғалыусының туғандары әйтеүенсә, 22 февраль Евгений дуҫтары менән Мәләүез районының Ергән ауылына ял итергә юллана, унда ыҙғыш сыға. Низахтан һуң Евгений телефон, аҡса алып Ағиҙел йылғаһы яғына китә. Шунан бирле уны бер кемдең дә күргәне юҡ.

Юғалған көндө егет ҡара куртка һәм джинсы кейенгән булған. Евгенийҙың һул ҡулында “За ВДВ” татуировкаһы бар.

Егет тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәр булһа, 8 (987) 493-30-14 телефон һандары буйынса хәбәр итеү һорала.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ