Стәрлетамаҡ туҡталыштарының береһендә мәйет табылған

Кесаҙна, 1 март, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Балалар поликлиникаһы” туҡталышында ир мәйете табылған.

Ҡапыл ирҙең хәле насарая, ул медицина хеҙмәткәрҙәре килгәнгә тиклем йән бирә.

Социаль селтәрҙә “Тәү ҡарашҡа иргә 70-80 йәш. Уның дарыуҙары бар ине, йөрәге ауырыу булған шикелле”, - тип фажиғә шаһиты яҙа.

Полиция хеҙмәткәрҙәре үлем сәбәптәрен асыҡлай.