Тәтешле районында һөрөмдән ағыуланып бер ҡатын үлгән

Үрге Тәтешле ауылында машина эсендә газ менән ағыуланып 33 йәшлек ҡатын үлгән.

Фажиғә бөгөн иртәнсәк теркәлә. Юл ситендә торған “Лада Калина”нан төтөн сығыуын иҫәпкә алып, шаһиттар саҡырыуы буйынса ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килеп етә. Улар автомобиль эсендә идара панеленең иреүен асыҡлай. Фажиғәлә 33 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Уның эргәһендә ултырған ир ағыуланыу һәм бешеүҙәр менән Үрге Тәтешле дауаханаһына оҙатыла.

Фажиғә сәбәбе – машинаның электр ҡорамалдарының сафтан сыҡҡанлығынан булыуы ихтимал.