Өс йыл эсендә балалар баҡсаларында 270 мең урын булдырылырға тейеш

Владимир Путин Федераль Йыйылыш алдына ошондай бурыс ҡуйҙы. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан 50 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Ил башлығы бөгөн 14-се тапҡыр мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Сығышында ул ил үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Владимир Путин әйтеүенсә, халыҡтың етеш йәшәүе , ғаиләләр именлеге үҫештең төп факторы .

2000 йылда илдә 42 миллион кеше ярлылыҡ сигендә йәшәгән. 2012 йылда уларҙы 10 процентҡа кәметеүгә өлгәшелгән. Әммә иҡтисади көрсөк сәбәпле, һуңғы йылдарҙа ярлылар иҫәбе артыуы күҙәтелә. Киләһе алты йылда был һанды кәметеү мотлаҡ, тине ил башлығы. Владимир Путин киләһе ун йыллыҡта ғүмер оҙонлоғо 80 йәштән ашырға тейешлеген билдәләне. Әсәлек һәм балалыҡты яҡлауға ла ҙур иғтибар йүнәлтеләсәк. Киләһе өс йылда был эшкә 3 триллиондан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.

Быйылғы мөрәжәғәтнамәгә саҡырылыусыларҙың исемлеге лә киңерәк ине. Дәүләт Йыйылышы ағзаларынан тыш, сарала төбәк башлыҡтары, губернаторҙар, ҡала хакимиәте башлыҡтары ла ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә,

Ил башлығының бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһе яҡын киләсәктә ил үҫешенең төп йүнәлештәрен аныҡ билдәләне. Власть, бизнес һәм йәмғиәт бергә эшләргә тейеш. Һәм тәү сиратта, кеше, ғаилә һәм хаҡты ялдағыларҙы һәр яҡлап ҡурсалау мотлаҡ. Владимир Путин билдәләгән бурыстарҙың ҡайһы берҙәре Башҡортостанда уңышлы хәл ителә. Был йәһәттән демографиялағы ыңғай үҙгәрештәрҙе, ғаилә һәм балалыҡты яҡлау буйынса башҡарылған эштәрҙе билдәләргә кәрәк. Беҙҙең республикала федераль ярҙамдан тыш, өҫтәмә льготалар һәм түләүҙәр һөҙөмтәле эшләй.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыусы ғаиләләр ҙә бермә- бер артырға тейеш. Йыл һайын кәм тигәндә, биш миллион тирәһе ғаилә йорт туйларға тейеш, тине ил башлығы. Бының өсөн банктарға ипотека стакаһын 7 процентҡа тиклем кәметергә кәрәк.

Владимир Путин онкология ауырыуҙары менән көрәшкә етди иғтибар бүлергә ҡушты. Был эш махсус программа буйынса башҡарыласаҡ. Дауаханаларҙы төҙөкләндереү, медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу ҙа өҫтөнлөклө йүнәлеш, тип билдәләнде. Ғөмүмән, быйылғы мөрәжәғәтнамә социаль йүнәлешле һәм ябай кешеләрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Авторы: Айнур Кәбиров