Бөгөн төбәккә фәнни экспедиция юлланды.
Геопарк ойоштороу өсөн был төшөнсәнең ҡануниәттә булыуы шарт, әлегә ул юҡ. Ә законға ошо хаҡтағы үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индереү өсөн зонаны төплө өйрәнеү, уның тәбиғәте бай һәм үҙенсәлекле икәнен иҫбатлау шарт. Экспедиция төньяҡ-көнсығыш райондар буйлап ҡаргиҙәрҙә үтә, унда ҡатнашыусылар 4 көн эсендә 350 километр юл үтергә ниәтләй.





