Бөгөн башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан Өфөлә өлгөлө парҙар «Ғаилә- туған тел һаҡсыһы» фестиваленә йыйылды

Сарала ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хаты уҡып ишеттерелде.

Фото №1 - Бөгөн башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан Өфөлә өлгөлө парҙар «Ғаилә- туған тел һаҡсыһы» фестиваленә йыйылды

«Был фестивалдең Ғаилә йылында үткәрелеүе оло мәғәнәгә эйә. Ғаиләнең туған телде, мәҙәниәтте, халыҡ традицияларын, тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа илһөйәр, милли рухлы балалар тәрбиәләүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан ғаиләләрҙе һаҡлау буйынса Рәсәй алдыңғы төбәктәрҙең береһе. Ғаилә институтын үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға ижтимағи ойошмаларҙың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡушылыуы маҡтауға лайыҡ», -тиелә республика етәксеһе телеграммаһында.

Ғаилә йылына бағышланған конкурста Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенән ғаиләләр ҡатнашты. Уларҙың иң-иңдәре бөгөн сәхнәлә сығыш яһаны.

Фестиваль бер нисә этаптан тора. Интернет-конкурста һәр ғаилә архивында һаҡланған фотоһүрәттәрҙе, үҙе тураһында видеороликтар төшөрөп ебәргән. Видеояҙмаларҙа миллилекте һаҡлап йәшәү, сәләмәт тормош рәүеше алып барыу сағылған. Башҡорт рухлы балалр тәрбиәләү, уларҙың үҙ туған телен белеүе лә конкурс шарттарының береһе. Йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап йәшәүселәр шәжәрәһе менән таныштырҙы.Ҡул эштәренән, милли-аш һыуҙан күргәҙмә ойошторолдо.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ